1. Ученикам
  2. Новости
  3. Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант

Апрель 26, 2025 Просмотров: 109
2025 йылдың 26 апрелендә бөтә республика буйынса традицион мәғрифәтселек акцияһы - башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант старт алды. Уҡыусылар халыҡтың тел мәҙәниәтен күтәреү, гимназияла башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында белем биреү акцияһына ҡушылды. Офлайн-майҙансыҡтар ойошторолдо, унда теләгән һәр кем башҡорт теленән диктант яҙҙы.
Быйыл диктант тексы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусыларға, тыныслыҡ һәм берҙәмлек темаларына арналды.
Был акция үҙенең тел белеме кимәлен баһалау мөмкинлеген генә бирмәй, Башҡортостандың дәүләт телдәренең береһен популярлаштырыуға ла йоғонто яһай. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа "Башҡорт теленән Халыҡ–ара диктант-2025"мәғариф акцияһында ҡатнашыу тураһында сертификаттар алды.
Бындай саралар башҡорт әҙәби телен, уның менән бергә башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен һаҡлауға булышлыҡ итә.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам