"Аҡбуҙат" журналы беҙҙең гимназияла
Февраль 18, 2025
Просмотров: 44
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир
#БашҡортТеле #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө
18 февраль көндө беҙҙең гимназияла балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан "Аҡбуҙат" журналының мөхәррире Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы, Башҡортостан республикаһының халыҡ шағиры Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы һәм яҡташ яҙыусы, журналист Тимерханов Илдус Хәмит улы менән бик матур осрашыу үтте. Ул халык-ара туған тел көнө сиктәрендә балалар әҙәбиәте классигы Ринат Хәйриҙең 75 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған ине. Кисәнең беренсе өлөшөндә балалар ҡунаҡтарға Ринат Хәйриҙең шиғырҙарын һөйләнеләр, йырҙар башҡарҙылар, бейенеләр. Абдуллина Л. Х "Аҡбуҙат" журналының һуңғы номерына байҡау яһаны һәм ул тулыһынса яҡташ шағирыбыҙ Ринат Хәйриҙең тормош һәм ижад юлына арналғанын әйтеп китте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай иҫтәлектәре менән бүлеште, ҙур шәхестең документаль ҡомартҡыһын Ринат Хәйриҙең музейына тапшырҙы. Илдус Тимерханов үҙенең хикәйәһен уҡып ишеттерҙе. Ә инде икенсе өлөшөндә Лариса Хашим ҡыҙы "Аҡбуҙат" журналын балаларға таратты һәм беҙҙең шайморатов исемен йөрөткән уҡыусылар журнал эсендәге Махсус хат битендә яугирҙарға хат-теләктәр яҙҙы. Хаттар яу яланындағыларға ебәреләсәк. Был бай йөкмәткеле осрашыу балаларҙың күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр.