1. Родителям
  2. Новости
  3. День национального костюма в Башкортостане.

День национального костюма в Башкортостане.

Сентябрь 8, 2023 Просмотров: 34
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — сентябрҙең икенсе йомаһында һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды. Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары балаларҙы милли кейемдә ҡаршы алды. Класс сәғәттәрендә балалар башҡорт кейеменең тарихы менән танышты. Милли кейемдә уҡытам, Милли кейемдә уҡыйым акцияларына әүҙем ҡушылдыҡ. Мәктәп китапханасы Ленара Фәһит ҡыҙы 8 а класы уҡыусылары менән стилләштерелгән башҡорт биҙәүесе эшләү буйынса мастер—класс үткәрҙе.