Шағир- мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл
Январь 23, 2026
Просмотров: 5
Үрге Йәркәй 1-се гимназияһында шағир- мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыллыҡ юбилейына арнап, 8-11-се класс уҡыусылары өсөн берҙәм дәрестәр үтте. Дәрестә шағирҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды, тыуған ауылындағы йорт-музейы тураһында мәғлүмәт бирелде һәм интернет селтәренән уға арналған виртуаль күргәҙмә ҡаралды.