Суфиян Шәмсетдин улы Поварисовты иҫкә алыу кисәһе

Апрель 12, 2024 Просмотров: 121
Илеш районы таланттарға бай яҡ. Шуларҙың береһе район илсеһе, йырсыһы һәм ғорурлығы булған Суфиян Поварисовтың 100 йыллыҡ юбилейы яҡынлашып килә. 12 апрелдә беҙҙең гимназияла яҡташ яҙыусы һәм шағирҙарға арналған музейҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драмматург, публицист, профессор, филология фәндәре докторы Суфиян Шәмсетдин улы Поварисовты иҫкә алыу кисәһе үтте. Унда яҙыусының туғандары, Илеш районының шағир һәм яҙыусылары,уның ижадын һөйөүсе уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп китапханасы ҡатнашты. Улар йылы ла , моңһоу ҙа, ҡыҙыҡлы ла иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Килгән ҡунаҡтарҙы музей етәксеһе Исламғәлиева Сулпан Харис ҡыҙы гимназияла урынлашҡан музей-кабинет ижади лабораторияһы экспонаттары менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был музей Республика Башлығының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант ярҙамында асылды. Кисәне алып барыусылар яҡташыбыҙҙың тормош һәм ижад юлына байҡау яһанылар. Ғилмутдинов Илнар шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған “Ауылымдың айлы кистәре” йырын бүләк итте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйзрахманова Светлана Хәниф ҡыҙы юбилярҙың “Илешем-емешем” шиғырын тасуири уҡыны. “Балҡыш” әҙәби берләшмә етәксеһе Гөлфинә Мирзаян ҡыҙы Сәлимова яҙыусының әҙәбиәтебеҙҙәге урынын юғары баһаланы һәм һүҙҙе бөгөнгө көндә Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән Клара Суфиян ҡыҙына бирҙе. Ул атаһын йор һүҙле, шаяртыуҙары һәр саҡ мәғәнәле, кинәйәле булыуын оло хөрмәт һәм йылылыҡ менән иҫкә алды. Дүртөйлөнән килгән ейәнсәре Лилиә Марс ҡыҙы музейҙы булдырыуға ҙур өлөш индергән мәктәп етәксеһенә, уҡытыусыларға рәхмәтен еткерҙе һәм олатаһы менән бергә йәшәгән һуңғы йылдарын һөйләп үтте. Яҡын туғаны Илһөйәр Афзал ҡыҙы Суфиян Поварисовты туған йәнле, кешелекле булыуын әйтте. Яҡташыбыҙ оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Беҙҙең уҡытыусылар араһында ла уның уҡыусылары бар. Шуларҙың береһе Гөлшат Фирҙүс ҡыҙы остазын киң күңелле, яҡташтарына ҡарата айырыуса иғтибарлы һәм ярҙамсыл булғанын билдәләне. Шағир Рәлиф Шағали һәм яҙыусы Мәрйәм Шәмсиеваның да сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. 9-10 класс уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарына ла яуаптар алдылар.
Хәтер кисәһе, ысынлап та, фатихалы, ихлас, йылы бер сара булып үтте. Иҫ киткес кеше, күренекле яҙыусы – Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.