21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө. Һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө

Февраль 21, 2024 Просмотров: 34
21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө. Һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел-халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. "Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә лә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февраль - Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә.
"Теле барҙың -иле бар"ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һәр халыҡ үҙ телен яратһын, ҙурлаһын, үҙ телендә аралашһын. Телебеҙ бөтә икән, илебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Беҙҙең гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары ла был байрамдан ситтә ҡалманы. Берҙәм класс сәғәттәре, флешмобтар үтте. ”Китап бүләк итәм” харыҡ-ара акцияһына әүҙем ҡушылып балалар туған телдәрҙә китаптар бүләк иттеләр. Тәнәфестәрҙә башланғыс класс уҡыусылары халыҡ әкиәттәре ҡараны. Ошондай саралар туған телде яратырға, хөрмәт итергә, өйрәнергә этәргес була.