21 февраля- День родного языка

Февраль 21, 2023 Просмотров: 24
21 февраль— Халыҡ—ара туған телдәр көнө. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары иңенә төшә. Шул уңайҙан, бөгөн, 21 февраль көндө, беҙҙең гимназияла 7—8 класс уҡыусылары өсөн осрашыу ойошторолдо. Был күренеш традицияға әйләнде тип әйтеп була. "Балҡыш" әҙәби берләшмәһе етәксеһе Гөлфинә Мирзаян ҡыҙы Сәлимова, уның ҡәләмдәштәре— Үрге Йәркәйҙән Әнисә Ғалим ҡыҙы Саттарова, Торасы ауылынан Мәрйәм Садиҡ ҡыҙы Шәмсиева уҡыусыларҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙылар, китаптарын музейға һәм гимназия китапханаһына бүләк иттеләр. Уҡыусылар матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашып, илһам алып ҡайтып киттеләр.